Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
21 Июль , 00:41

Яугир мәсетте төҙөкләндереү өсөн 1 миллион һум аҡса күсергән

  

Яугир мәсетте төҙөкләндереү өсөн 1 миллион һум аҡса күсергән
Яугир мәсетте төҙөкләндереү өсөн 1 миллион һум аҡса күсергән

Әлшәй районынан «Закир» ҡушаматлы яугир Шафран ауылы мәсетен төҙөкләндереү өсөн бер миллион һум аҡса күсергән. Яҡташының изге эше тураһында район башлығы Дамир Мостафин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.

«Алғы һыҙыҡта, ғүмеренә хәүеф янаһа ла, ул тыуған ауылы хаҡында онотмай һәм уның үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Йомартлығы һәм илһөйәрлеге өсөн «Закир»ға рәхмәтемде белдерәм. Уның өлгөһө барыһын да изге ғәмәлдәргә илһамландырһын һәм берҙәмлегебеҙҙе нығытһын ине», — тип яҙа Дамир Мостафин үҙенең телеграм-каналында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда быйыл 10 июлдән Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса контрактсыларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙең күләме арттырылды. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән өсөн бер тапҡыр 505 мең һум аҡса түләнә. Илдең Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм сумма 1 миллион һум була.

Тулыраҡ мәғлүмәтте республика халҡы ситуация үҙәгенең 122 йәки (347) 218-19-19 номерҙары буйынса шылтыратып, шулай уҡ «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офистарында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирергә мөмкин. Һайлап алыу пунктының номеры  (347) 248-29-31.

Фото:Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафиндың телеграм-каналы

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: