Петропавловский ауылында "Башҡорт баҡыры" йәмғиәте 4 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеп, мәсет төҙөлөшө башланды. Предприятие вәкилдәре урындағы халыҡ менән бергәләп буласаҡ мәсеткә ер участкаһын һайлаған. Әлеге көндә төҙөүселәр буласаҡ иман йортоноң нигеҙен һала башлаған. Изге эш хәйерле булһын!
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ