Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
29 Июнь , 18:37

Ғатаулла ишан

Бөгөн Вәлит ауылында күренекле дин әһеле, мәғрифәтсе, ишан Ғатаулла Әбделмәлик улы Әлибаевтың иҫтәлегенә арналған йыйын уҙҙы.

Ғатаулла ишан
Ғатаулла ишан

Бөгөн Вәлит ауылында тирә-яҡта киң билдәле  дин әһеле, мәғрифәтсе, ишан Ғатаулла Әбделмәлик улы Әлибаевтың иҫтәлегенә арналған йыйын уҙҙы.

Һауа торошо боҙолоп, бер туҡтауһыҙ ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, мәртәбәле сараға республиканың  төрлө төбәктәренән мосолман ҡәрҙәштәр йыйылды.

Сара сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция үтте, билдәле дин әһеле хаҡында мәғлүмәттәр яңғыраны, тәҡдимдәр индерелде. Һуңынан барлыҡ сарала ҡатнашыусылар күренекле ишандың ҡәберенә зыярат ҡылды. Йыйын мәсеттә намаҙ уҡыу, доғалар ҡылыу, донъялар именлегенә арнап салынған ҡорбан ашы менән тамамланды.

Ғатаулла ишан
Ғатаулла ишан
Ғатаулла ишан
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: