Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
17 Июнь , 11:09

Мосолман ҡатын-ҡыҙына 10 файҙалы кәңәш

Фекерләүҙе үҙгәртергә. Кешеләр тураһында уларҙың тик яҡшы яғын ғына уйларға өйрәнергә. Үҙеңә ни теләйһең кешегә лә шуны теләргә. Изге һәм яҡшы уйҙар - изге һәм иманлы ғәмәлдәрҙең башы.

1. Иртәнге намаҙға аҙанға тиклем уяныу.

2. Һәр намаҙҙан һуң зекерҙәр әйтеү: СөбхәнАллаһ 33 тапҡыр

Әлхәмдүлилләһ 33 тапҡыр Аллаһу әкбәр 34 тапҡыр. Иң әҙе көнөнә 5 тапҡыр.

3. Көн дә Ҡөръән уҡырға.

4. Мөмкинселек булған һайын саҙаҡа бирергә.

5. Файҙалы белем алырға.

6. Дөрөҫ туҡланырға. Хәләл ризыҡтар һайларға һәм ашҡаҙан тулғансы ашамаҫҡа. Пәйғәмбәребе салЛаһу ғәләйһис сәләмдең хәҙисен иҫебеҙҙә тоторға: ашҡаҙандың 1/3 аҙыҡ өсөн, 1/3 һыу өсөн, 1/3 һауа өсөн. 

7. Сөннәт ураҙаларҙы тоторға. ( дүшәмбе, кесаҙна, йәки көн аша).

8. Һәр ваҡыт тәһәрәтле йөрөргә тырышырға. Таҙалыҡ - ярты иман икәнен хәтерҙән сығармаҫҡа.

9. Фекерләүҙе үҙгәртергә. Кешеләр тураһында уларҙың тик яҡшы яғын ғына уйларға өйрәнергә. Үҙеңә ни теләйһең кешегә лә шуны теләргә. Изге һәм яҡшы уйҙар - изге һәм иманлы ғәмәлдәрҙең башы. 

10. Көн һайын доғалар ҡылырға.

 

Сығанаҡ: https://vk.com/wall-129936953_2433

“ШОҢҠАР” журналынан

Автор:
Читайте нас: