Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
13 Июнь , 11:12

Петропавловкала мәсет төҙөләсәк

Урындағы халыҡ иман йорто тураһында күптән хыяллана ине, уларҙың был ниәтен “Башҡорт баҡыры”  предприятиеһы хуплап, бергәләп урын һайланылар

Петропавловкала мәсет төҙөләсәк
Петропавловкала мәсет төҙөләсәк

Петропавловка ауылында “Башҡорт баҡыры” предприятиеһы мәсет төҙөүгә тотона.

Урындағы халыҡ иман йорто тураһында күптән хыяллана ине, уларҙың был ниәтен тау предприятиеһы хуплап, бергәләп урын һайланылар. Мәсет тәбиғи материалдан,  ҡарағай буранан төҙөләсәк. Ошо көндәрҙә   Аллаһ йортона нигеҙ һалынасаҡ. Петропавловкала йәшәүселәр өсөн был ҡыуаныслы ваҡиға һәм улар  яңы мәсет  ауылдың рухи  тормош үҙәге буласаҡ тип ышаныс белдерә.

 
 

            

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: