Комсомол һәм Вәлит ауылдары мәсетендә өмәләр гөрләй. Ир-егеттәр мәсет ҡоймаһын алыштырыу менән мәшғүл булһа, ҡатын - ҡыҙҙар мәсет нигеҙен һылап аҡлайҙар. Билдәле булыуынса, быйыл ауылда Ғатаулла ишандың иҫтәлегенә арналған йыйын уҙасаҡ. Ойоштороусылар был мәртәбәле дини сараны 29 июнь көнөнә нитләгән.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы