Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
9 Апрель , 23:18

"Быйылғы Рамаҙан айының һуңғы ифтар табынын бөгөн йола буйынса мосолман ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә уҙғарҙыҡ"

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ошо турала үҙ сәхифәһендә яҙҙы. Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

"Быйылғы Рамаҙан айының һуңғы ифтар табынын бөгөн йола буйынса мосолман ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә уҙғарҙыҡ"
"Быйылғы Рамаҙан айының һуңғы ифтар табынын бөгөн йола буйынса мосолман ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә уҙғарҙыҡ"

Быйылғы Рамаҙан айының һуңғы ифтар табынын бөгөн йола буйынса мосолман ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә уҙғарҙыҡ.

Ауыл имамдары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙ, уларҙың ата- әсәләре лә уртаҡлашты табынды. Йыл һайын ғаиләһе исеменән һарыҡ һуйып биргән райондашыбыҙ Урал Таймасов, Аҡьяр тау колледжы ашнаҡсылары, район хакимиәте, мәҙәниәт бүлеге ҡыҙҙары тарафынан әҙерләгән һыйҙарҙан ауыҙ итеп, ағай-апайҙар табын артында рәхәтләнеп һөйләшеп, аралашып ултырҙы, илгә тыныслыҡ, имен тормош, хәйерле көндәр теләп, изге урында ошо сауаплы ғәмәлде ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәрен еткереп таралышты. Киләһе йылда ла ошо күркәм табын артында именлектә осрашырға яҙһын, тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул, сауаптары насип булһын!

Рустам Шарипов

 

Автор:
Читайте нас: