Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
29 Март , 09:36

Иләс ауылында дини байрамдар берҙәмлек менән үтә

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән берлектә ифтар табыны артында иләстәр ауылдың йәшәйеше, көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында һүҙ алып барҙы

Иләс ауылында дини байрамдар берҙәмлек менән үтә
Иләс ауылында дини байрамдар берҙәмлек менән үтә

Иләс ауылында дини байрамдар берҙәмлек менән үтә.

Ауылда аҙан яңғырауы, мәсеткә йыйылып дини байрамдарҙы үткәреү, унда вәғәздәр тыңларға килгән ололарға йәштәрҙең дә ҡушылыуы – күркәм күренеш. Иманлы халыҡ йәшәгән ауылдың ҡото артыр, динле бәндәләр изге ғәмәлдәр генә ҡылып йәшәр, тиҙәр. Иләс ауылы халҡы тормошто шул йүнәлештә алып бара. Бөгөн ауыл халҡы менән уртаҡлашҡан ифтар табыны артында улар ауылдың йәшәйеше, көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында һүҙ алып барҙы. Рамаҙан айының иләстәр өсөн ни тиклем мәртәбәле ай икәнлеген билдәләне. Хоҙай ризалығы өсөн тотҡан ураҙаларыбыҙ, райондаштарыбыҙҙың ураҙа тотоусылар өсөн үткәргән ифтарҙары ҡабул булһын!

Рустам Шарипов

 

Автор:
Читайте нас: