Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
28 Март , 14:42

Ифтар үткәреү - иң изге ғәмәл

Район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре «Жәмиғ» мәсетендә ифтар мәжлесе ойошторҙо.

Ифтар үткәреү - иң изге ғәмәл
Ифтар үткәреү - иң изге ғәмәл

Ифтар – бөйөк Рамаҙан айының иң күркәм күренештәренең береһе. Көн дауамында ризыҡтан өҙөлөп тороу, йомартлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек менән йән тыныслығына ирешеү иң изге ғәмәлдәрҙән һанала.
Ошо уңайҙан Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре «Жәмиғ» мәсетендә ифтар мәжлесе ойошторҙо. Күркәм сарала уҡылған доғалар, йөрәк түренән сыҡҡан матур теләктәр тормошҡа ашһын, илебеҙгә тыныслыҡ килһен, донъялар имен булһын. Мөбәрәк Рамаҙан айында бер-беребеҙгә тағы ла иғтибарлыраҡ, мәрхәмәтлерәк булайыҡ, ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!

 

Сығанаҡ: Профсоюз библиотеки Хайбуллинский район

Автор:
Читайте нас: