Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
27 Март , 12:01

Ифтар мәжлесе – сауаплы ғәмәл

Ғәлиәхмәттәр яугирҙар именлегенә ҡорбан салып, ифтар үткәргән

Ифтар мәжлесе – сауаплы ғәмәл
Ифтар мәжлесе – сауаплы ғәмәл

“Изге Рамаҙан айының ун бишенсе ифтарын Ғәлиәхмәт ауылы халҡы менән ҡаршы алырға насип булды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы халыҡ менән бергә яуҙа йөрөгән егеттәрҙең именлегенә, һәләк булғандарҙың рухтарына бағышлап ҡорбан салған һәм яугир егеттәрҙең ата-әсәләрен ифтар табыны артында йыйырға ниәт иткән. Ауыҙ асырға йыйылышыу — ифтар табындары йәмәғәтте яҡынайта, йәнле аралашырға мөмкинлек бирә. Башҡорт халҡында ураҙа мәлендә ауыҙ астырыу йолаһы бар. Быны өҫтәмә сауап өсөн дә, үҙе ураҙа тота алмаған осраҡта фиҙиә иҫәбенән дә эшләйҙәр. Сөнки ураҙа тотҡан кешене ауыҙ астыртыу ураҙаға торошло тип һанала.
Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул, ифтар табындары ойоштороусыларға сауаптары насип булһын. Яу ҡырында йөрөгән егеттәр тиҙерәк имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын!”, - тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Автор:
Читайте нас: