Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
26 Март , 09:15

Сәғит ауылында ғаиләләр менән ифтар үткәрәләр

Иман йортонда әрүәхтәргә бағышлатып аят уҡыттылар, һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын, ил тыныслығы хаҡына доға ҡылғас хәйер тараттылар

Сәғит ауылында  ғаиләләр менән ифтар үткәрәләр
Сәғит ауылында ғаиләләр менән ифтар үткәрәләр

Изге Рамаҙан айында изге ғәмәлдәр башҡарып ҡалырға тырышҡан ауылдаштарыбыҙ Гөлдәр һәм Дамир Ҡәйеповтар, Мөнирә һәм Алик Абдуллиндар, Зәкинә һәм Ғәлимйән Гайсиндар ғаиләләре бер булып бөгөн ауылыбыҙҙың «Сәйфетдин» мәсетендә ифтар мәжлесе ойошторҙолар.

Ауылыбыҙ аҡһаҡалдары Мәмбәтов Хәлил ағай һәм Мәмбәтов Рафиҡ ағайҙарҙан әрүәхтәргә бағышлатып аят уҡыттылар, һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын, ил тыныслығы хаҡына доға ҡылғас хәйер тараттылар.
Хужабикәләрҙең тәмле аш - һыуҙарынан, һәр төрлө тәмлекәстәренәнән мул табын һығылып торҙо. Ифтарға килгәндәр бер- береһе менән ихлас аралашып, матур башланғысты башлап ебәргән ғаиләләргә рәхмәттәр уҡып, теләктәр теләп таралыштылар.

СК Сагитово

 

Автор:
Читайте нас: