Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
13 Март , 05:34

Иҫәнгилделәр ифтар мәжлесенә йыйылды

Иҫәнгилде ауылында ифтар мәжлесе үтте. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы  Нур Күсәрбаев һәм Илдус Рамаҙанов ихлас күңелдән мәжлес ойоштороп, ауылдың ир-егеттәрен саҡырып, ауыҙ астырҙы. Сауаптары насип булһын, тотҡан ураҙалар ҡабул булһын!  

Иҫәнгилделәр ифтар мәжлесенә йыйылды
Иҫәнгилделәр ифтар мәжлесенә йыйылды

Иман бар ерҙә ҡот та булыр, тиҙәр. Изге юлды үҙ иткән кешеләр Иҫәнгилде ауылында ла арта бара. Иң мөһиме, халыҡ күңеленә иман нуры һалына, нығына. Кисә Иҫәнгилделә ураҙа тотоусылар өсөн дөйөм ифтар мәжлесе үтте. Крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Нур Күсәрбаев һәм Илдус Рамаҙанов ихлас күңелдән мәжлес ойоштороп, ауылдың ир-егеттәрен саҡырып, ауыҙ астырҙы. Сауаптары насип булһын!

"Ир-егеттәр исеменән ифтар мәжлесен ойоштороусыларға, ярҙамлашҡан туғандарына рәхмәт белдерәбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете, донъя именлеге теләйбеҙ!" - тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерә ауылдаштары.

 

Иҫәнгилделәр ифтар мәжлесенә йыйылды
Иҫәнгилделәр ифтар мәжлесенә йыйылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: