Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
12 Март , 14:52

Ураҙала уҡый торған өс доға

Сәхәр һәм ифтар доғаларынан тыш, һәр ун көнлөктә уҡыһаң сауаплы булған доғалар бар.

Ураҙала уҡый торған өс доға
Ураҙала уҡый торған өс доға

Рамаҙан айында уҡыла торған доғалар:

1) Беренсе 10 көнлөк - Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт көндәре. Унда ошо доға уҡыла: “Раббиғфир үәрхәм үә әнтә хайрур-рахимин” (Эй, Раббым, мине һәм мөьминдәрҙе ярлыҡа һәм рәхмәтеңде насип ит. Һин рәхмәт итеүселәрҙең иң хәйерлеһе).

2) Тәүбә итеү һәр ваҡытта ла бик ҙур ғибәҙәттәрҙән һанала, әммә изге Рамаҙан айының икенсе 10 көнлөгө тәүбә-истиғфар өсөн махсус ваҡыт булараҡ тәғәйенләнә. Шуға күрә ошо көндәрҙә ураҙа тотоусы мосолман гөнаһтарын, бәндәселек менән ҡылған хаталарын ғәфү итеүен һорап, Аллаһы Тәғәләгә мөмкин ҡәҙәр йышыраҡ мөрәжәғәт итәргә тейеш. Ошо доға уҡыла: “Әстәғфируллаһә рабби мин күлли ҙәнбин үә әтүбү иләйһи” (Аллаһ Тәғәләнән минең бар гонаһтарымды ярлыҡауын һорап тәүбә ҡылам һәм ҡылған гонаһтарым өсөн үкенәм).

3) Өсөнсө 10 көнлөк - йәһәннәм утынан ҡотолоу көндәре. Бында ошо доға уҡыла: “Аллааһүммә әжирнә минән-нәр” (Эй, Аллаһ, мине йәһәннәм утынан һаҡла).

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова.

https://bashgazet.ru/articles/iman/2024-03-12/ura-ala-u-yy-tor-an-s-do-a-3678062?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500 

Автор:
Читайте нас: