Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
10 Март , 10:32

Сауаптары насип булһын!

Вәлит ауылы мәсетендә Ҡорбан ашы уҙғарылған.

Сауаптары насип булһын!
Сауаптары насип булһын!


"Ауылыбыҙҙың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары иртән үк ғибәҙәт йортона килеп, аш-һыу әҙерләргә тотондо. Билдәләнгән ваҡытҡа олоһо-кесеһе иман йортона йыйылды. Һәр береһе үҙе менән табынға күстәнәстәрен дә тотоп килде.
Мәсетебеҙҙең хәҙрәте Фәнил Насырьян улы Исанюлов  башта матур итеп вәғәздәр һөйләне, артабан Ҡөръән аяттары, сүрәләре яңғыраны. Вәлит һәм Комсомол ауылынан махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәребеҙ, яҡташ һалдаттарыбыҙҙың именлегенә, ауыл тыныслығына доғалар ҡылынды, хәйерҙәр таратылды.
Артабан барыһы ла мул табын артына ултырҙы. Өйҙән сығып йөрөй алмаған апайҙарға Ҡорбан ашын, күстәнәстәрҙе алып барып бирҙек.
Сараға килеүселәр рухланып, күңелдәрен байытып таралышты".

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы

Автор:
Читайте нас: