Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
7 Март , 21:00

Рамаҙан айы сауаплы ғәмәлдәр менән үтһен!

Мосолмандар көтөп алған изге Рамаҙан айына ла күп ҡалманы. 11 март – изге айҙың тәүге көнө. Йәғни 10 мартта ҡояш байыу менән ураҙаға инәсәкбеҙ. Ошоға бәйле Хәйбулла районы өсөн Рамаҙан айының 1-21 көндәренә тәҡүим тәҡдим итәбеҙ. 

Рамаҙан айы сауаплы ғәмәлдәр менән үтһен!
Рамаҙан айы сауаплы ғәмәлдәр менән үтһен!

Мосолмандар көтөп алған изге Рамаҙан айына ла күп ҡалманы. 11 март – изге айҙың тәүге көнө. Йәғни 10 мартта ҡояш байыу менән ураҙаға инәсәкбеҙ. Ошоға бәйле Хәйбулла мөхтәсибәте тарафынан әҙерләнгән Хәйбулла районы өсөн Рамаҙан айының 1-21 көндәренә тәҡүим тәҡдим итәбеҙ.

Сәхәр ашағандан һуң түбәндәге доға уҡыла:
Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, Рамаҙан айында фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:
«Нәүүәйтү ән әсумә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби халисәл-лил-ләһи тәғәлә».
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн тип таң атҡандан башлап байығанға тиклем ихласлыҡ менән изге Рамаҙан айында фарыз ураҙаны тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк».

Ауыҙ асҡанда уҡылған доға:
«Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәңтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡиҡә әфтартү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү».
Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ! Һинең ризалығың өсөн генә тип ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем. Эштәремде тик Үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙымды асам. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ, минең әүәлге гонаһтарымды ла, һуңғы гонаһтарымды ла ярлыҡаһаң ине.

Рамаҙан айы сауаплы ғәмәлдәр менән үтһен!
Рамаҙан айы сауаплы ғәмәлдәр менән үтһен!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: