Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
5 Март , 10:30

Ауылда айыҡ табындар үтә

Оло Әбеш ауылында борондан килгән изге йолаларҙы ихтирам иткән татыу халыҡ йәшәй.

Ауылда айыҡ табындар үтә
Ауылда айыҡ табындар үтә

""Айыҡ ауыл-2023" республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылында бер-береһен хөрмәт иткән, шатлығын да, ҡайғыһын да бергә уртаҡлашҡан, борондан килгән изге йолаларҙы ихтирам иткән татыу халыҡ йәшәй.
 Аҡбалина Рима апай 20 йылға яҡын бергә татыу йәшәгән килене Вәсилә менән күрше-күләнен саҡырып, өй нигеҙенән өмөт иткән әруахтарға бағышлап, аят уҡыттылар. Аяттары ҡабул булып, яҡындарының рухтары ҡыуанып китһен, иншаллаһ", - тип хәбәр итә әбештәр.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: "Айыҡ ауыл- 2023"-Оло Әбеш ауылы

Автор:
Читайте нас: