Бүребай ауылы егете Тимур Абдрахманов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙ именлегенә һәм һәләк булған яҡын дуҫтарының рухына арнап ҡорбан салды. Аҡъяр ауылы "Жәмиғ" мәсетендә ирекмәндәр менән берлектә Ҡорбан ашы үткәрелде.
- Яҡын дуҫым махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәй ине. Һуңғы тапҡыр һөйләшкәндә күңеле ниҙер һиҙгәндер күрәһең, "минең именлеккә ҡорбан салаһыңмы әллә" -тип өндәште. Мин, әлбиттә, шундуҡ ниәт иттем, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өлгөрмәнем, дуҫым һәләк булды. Шуға күрә ҡорбанды һәләк булған яҡташтарымдың рухтарына, бөгөн яуҙа йөрөгәндәренең именлегенә бағышларға булдым, - ти Тимур.
Салған ҡорбандарыбыҙ, теләгән изге теләктәребеҙ ҡабул булһын!
Егеттәребеҙ имен һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын!
Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте