Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
24 Февраль , 19:54

Бөгөн – Бәрәат кисе. Доғала булайыҡ

"Һорағыҙ – барыһын да үтәйем”, - тигән Аллаһ Тәғәлә. Был төндә ниҙәр билдәләнер?

Бөгөн – Бәрәат кисе. Доғала булайыҡ
Бөгөн – Бәрәат кисе. Доғала булайыҡ

Бөгөн, ҡояш байығас, Бәрәат кисе башлана. Ул шәғбан айының 14-енән 15-енә ҡарай төндә инә һәм ҡояш ҡалҡҡансы дауам итә.

“Был мәлдә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡ­ҡансы кешелек донъяһына рәхмәт­ле­лек менән ҡарар, “Тәүбә итеп, гонаһ­тарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңы­лыш­лыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сик­кән­дәрҙең тәненә – шифа, йәненә тын­ғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, – тиер. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән Пәйғәм­бәребеҙ.

Был кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмы­шы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе һ.б. билдәләнеп ҡуйыла, тиелә дини китаптарҙа. Был мосолман байрамының ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәрәат”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, аҡланыу, ҡотолоу тигән мәғәнәне бирә.

Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, кем­деңдер фани донъяла көнө бөтөүе лә ошо кистә билдәләнә. Шуға күрә был мәлдә Раббы­быҙҙан атай-әсәйебеҙгә, бала­ларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡын­дарыбыҙға, үҙебеҙгә хә­йерле ғүмер, бәхет һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, һәммә­беҙҙең дә ике донъя рәхәтен күреүен үтенәбеҙ.

Бәрәат кисендә Аллаһ Тәғә­ләнән мәрхүмдәрҙең дә гонаһ­тарын ярлыҡа­уын ялбарабыҙ, ихлас күңелдән күп итеп доғалар уҡыйбыҙ. Шулай уҡ, дини китап­тарҙа әйтелгәнсә, был кистә изге ғәмәлдәр ҡылыу зарур. Мохтаждарға, сирлеләргә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә хәйер-саҙаҡа биреү айырыуса сауап­лы. Мосолмандар элек-электән был кисте бергә үткәрергә тырышҡан, ҡунаҡҡа саҡырышҡан.

Изге кистә доғала булайыҡ, теләктәребеҙ тормошҡа ашһын, иншаллаһ.

Фото Кәримә Аралбаеваның сәхифәһенән.

 

Автор:
Читайте нас: