ИМАН
16 Февраль 2024, 06:15

Балаларға дин һабаҡтары

 "Айыҡ ауыл-2023" республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылы мәсетендә балалар сираттағы дәрескә йыйылған. 

Балаларға дин һабаҡтарыБалаларға дин һабаҡтары
Балаларға дин һабаҡтары

"Айыҡ ауыл-2023" республика бәйгеһендә ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылы мәсетендә балалар сираттағы дәрескә йыйылды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә малайҙар һәм ҡыҙҙар аҙан әйтергә, сүрәләр ятларға өлгөргән. Уларҙың тырышлығына, ихласлығына һоҡланмау мөмкин түгел. Аҙан әйтеү буйынса Алмас Суринға етеүсе булманы, ә иң күп сүрәләрҙе Гөлиә Сурина ятлаған. Башҡалар ҙа ҡалышманы һәм һәр бала "Иман нуры" дәрестәрен башлап ебәреүсе ағинәйебеҙ, хажиә Рәхимә Ниғмәтйән ҡыҙының матур бүләктәрен алып ҡыуанды.
Ә инде киләһе дәрестәрҙә Дамир хәҙрәт балаларҙы ғәрәп теленә өйрәтәсәк.

 

Сығанаҡ һәм фотолар: Айыҡ ауыл- 2023"-Оло Әбеш ауылы

Автор:
Читайте нас