Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
8 Февраль , 21:34

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы клубында йәнле һөйләшеү булды

"Иман барҙа – әҙәп бар, тип юҡҡа ғына әйтелмәгәндер",--ти ауыл ағинәйҙәре

Һаҡмар-Наҙарғол ауылы клубында йәнле һөйләшеү булды
Һаҡмар-Наҙарғол ауылы клубында йәнле һөйләшеү булды

Иман барҙа – әҙәп бар, тип юҡҡа ғына әйтелмәгәндер.Динен һөйгән илен дә һөйә. Рухи ҡиммәттәрҙең баһаһын белеп, күңел түрендә иманды үҙ иткәндәр йәшәй беҙҙең ауылда.
Бөгөн ауыл клубында "Иман барҙа- әхлаҡ бар" исемле йәнле һөйләшеү үтте.


Ҡөрьәндә әхлаҡи ҡағиҙәләр, шәриғәт ҡанундары, кешенең үҙен тотошо, эске донъяһы тураһында ауылыбыҙ ағинәйе Рәшиҙә Рамаҙан ҡыҙы һөйләп үтте. Үтеп барған изге Рәжәп айы тураһында эстәлекле һөйләшеү ойошторолды. Ил- йортобоҙға тыныслыҡ килеүен, ир- егеттәрҙең имен- һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп аят бағышланды, әруахтар рухына хәйер таратылды.
Өҫтәл артында күңелле байрам сәйе менән тамамланды бөгөнгө сара.
Һәр атҡан таңға ҡыуанып, булғанына шөкөр итеп, яман эштәрҙән арынып, телдәребеҙҙе, күңелдәребеҙҙе таҙартып, изге уй- ниәттә йәшәйек, иманлы булайыҡ!

Сакмар Назаргуловский-Ск

https://vk.com/id410685125

 

 

Автор:
Читайте нас: