Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
15 Ғинуар , 14:49

Ағинәйҙә ҡунаҡта

Рәжәп айының тәүге көнөндә балалар класс етәкселәре менән бергә Әбеш ауылының абруйлы ағинәйе Рәхимә Ниғмәтйән ҡыҙына ҡунаҡҡа барҙы. 

Ағинәйҙә ҡунаҡта
Ағинәйҙә ҡунаҡта

"Мосолмандар өсөн изге айҙарҙың береһе булған Рәжәп айының тәүге көнөндә балалар класс етәкселәре менән ауылыбыҙҙың абруйлы ағинәйе Рәхимә Ниғмәтйән ҡыҙына ҡунаҡҡа барҙы.
Рәхимә апай ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләне, 3 тапҡыр хаж ҡылған кеше . Уның тәҡдиме менән балалар өсөн "Иман нуры" дәрестәрен башлап ебәрергә булдыҡ. Балалар
динебеҙ тураһында төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр, фекер алыштылар һәм Рәхимә инәйҙең бүләктәрен алып ҡыуандылар. Икенсе дәрескә ҡыҙҙар һәм малайҙарға сүрәләр ятлап килеү өйгә эш итеп бирелде.
Бала саҡтан һәр беребеҙгә таныш фәһемле лә, изге лә ошо һүҙҙәр: аҡыллы, иманлы бул!
Ошондай саралар, ауыл халҡының әүҙемлеге,  "Айыҡ ауыл-2023" республика бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн ҙур көс, ынтылыш бирә лә инде",- ти әбештәр. 

 

Сығанаҡ һәм фотолар: "Айыҡ ауыл- 2023"-Оло Әбеш ауылы

Автор:
Читайте нас: