Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
7 Ғинуар , 22:16

ИҢ ЯБАЙ САҘАҠА

Ултырғыс һатып ал да мәсеттә ҡалдыр. Кем ултырып доға ҡылһа ла, сауабы һиңә булыр.  

ИҢ ЯБАЙ САҘАҠА
ИҢ ЯБАЙ САҘАҠА

💚 2. Берәй һауыт йә стакан менән тәҙрә төбөнә һыу ҡуй. Ҡоштар килеп һыу эсер, сауабы һиңә булыр.

💚 3. Бүлмәңә ҡумта ҡуй. Гонаһ ҡылған һайын шунда күпмелер аҡса һалып бар. Һуңынан шул аҡсаларҙы саҙаҡа итеп бир, сауабы һиңә булыр.

💚 4. Өйгә ингән һәм сыҡҡан ергә доға яҙып эл. Уны кем уҡыһа ла, сауабы һиңә булыр.

💚 5.Ҡөрьән һатып ал да мәсеттә ҡалдыр. Кемдер бер хәрефен уҡыһа ла (ә бер хәрефкә сауап 10 тапҡырға арта), сауабы һиңә булыр.

💚 6. Моңһоуланған мосолманды йылмайырға мәжбүр ит, сауабы һиңә булыр.

💚 7. Үҙеңде рәнйеткән кешеләрҙең барыһын да ғәфү итмәйсә йоҡларға ятма. Ғәфү итһәң, сауабы һиңә булыр.

 

Сығанаҡ: Башстатус

Фото:razrisyika.ru

Автор:
Читайте нас: