Хәйбулла районы диндарҙары Фәләстинда йәшәүселәргә гуманитар ярҙам ебәрергә ҡарар иткән. Тонна ярым он, дарыуҙар, финанс ярҙам республиканың логистика үҙәгенә оҙатылды.
Был хаҡта район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙә хәбәр итте:
-- Район руханиҙары тәҡдиме менән Хәйбуллалар мәшхәр утында йәшәгән Фәләстин (Сектор Газа) халҡына гуманитар ярҙам ебәрҙе. Тонна ярым он, дарыуҙар, финанс ярҙам республиканың логистика үҙәгенә оҙатылды. Ошо ярҙамға үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерәбеҙ,--тип яҙҙы Рөстәм Динислам улы.