Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
30 Ноябрь 2023, 16:04

Радий Хәбиров Өфө-2 ҡаласығы һәм "Әр-Рәхим" мәсете яҙмышына асыҡлыҡ индерҙе

  

Радий Хәбиров Өфө-2 ҡаласығы һәм "Әр-Рәхим" мәсете яҙмышына асыҡлыҡ индерҙе
Радий Хәбиров Өфө-2 ҡаласығы һәм "Әр-Рәхим" мәсете яҙмышына асыҡлыҡ индерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында Өфө ҡаласығының яҙмышына асыҡлыҡ индерҙе. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың мәғлүмәт сәйәсәте буйынса эксперт советы етәксеһе Шамил Вәлиев шундай һорау бирҙе. Был тема ентекле тикшерелә, бер нисә осрашыу үткәрелде, тип һөйләне ул.

Республика етәкселегенең халыҡҡа хәүеф тыуҙырыу бурысы юҡ һәм әлегә православие сиркәүе төҙөлөшө туҡтатылған, тип билдәләне республика етәксеһе.

- Андрей Назаров менән ошо мәсьәләне тикшерҙек. Ул унда депозитарий төҙөргә тәҡдим иткәйне, - тип яуапланы Радий Хәбиров. - Мосолмандарҙың Әр-Рәхим мәсете төҙөлөшөн тамамламай тороп, ниңә тағы бер ҡорам төҙөйһөгөҙ тигән талабы ғәҙел булғандыр тип уйлайым. Был проект менән үҙем шөғөлләнәм тип әйткәйнем инде. Әле беҙ ундағы хәлде ныҡлап тикшерәбеҙ, сөнки ошо ваҡыт эсендә, 2005 йылдан алып, күп ваҡиғалар булған. Мәсьәлә етди, быйыл мәсеттең бер көмбәҙе емерелеп төшкәйне. Беҙ ҡарар ҡабул иттек, финанслау сығанаҡтары аңлашыла. Православие ғибәҙәтханаһына килгәндә, күптәр ҡаршы икән, ҡолаҡ һалырға кәрәк. Шуға күрә унда депозитарий була.

 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: