8 ноябрҙә, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдинға Рәсәй Президентының рәхмәт хатын тапшырҙы.
Милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн республика етәксеһе Тәлғәт хәҙрәтте Григорий Аксаков ордены менән бүләкләне.