Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
8 Ноябрь 2023, 14:10

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙы никахы менән тәбрикләнеләр

  

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙы никахы менән тәбрикләнеләр
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙы никахы менән тәбрикләнеләр

Тәтешле районынан махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ һөйгәне менән никах уҡытты. Был хаҡта муниципалитет башлығы Фәнүр Шәйхисламовҡа һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Яугир — ысын патриот һәм тыуған яғын, иле мәнфәғәттәрен тоғро яҡлаусы, тип билдәләне район хакимиәте етәксеһе.

«Бик мөһим һәм тулҡынландырғыс мәл. Йәш ғаиләгә сикһеҙ бәхет һәм мөхәббәт, шатлыҡтарҙы һәм ҡыйынлыҡтарҙы бергә кисереүҙәрен, һәр ваҡыт бер-береһенә терәк-таяныс булыуҙарын теләйем», — тип яҙҙы Фәнүр Шәйхисламов социаль селтәрҙә.

Фото:Фәнүр Шәйхисламовтың социаль селтәрҙәре

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: