Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
26 Октябрь 2023, 12:02

Хәйбулла районы ағинәйҙәре

Яңы Украинканан Мәрзиә Йәнбулатова--95, ә Савельевканан Рәхилә Ҡыуатова  90 йәшен билдәләне

Хәйбулла районы ағинәйҙәре
Хәйбулла районы ағинәйҙәре

Савельевка ауылынан  Рәхилә Ҡыуатова 90 йәшен билдәләй! Рәхилә Хисмәт ҡыҙы сығышы менән Стәрлетамаҡ районынан, “Таналыҡ” совхозына 60-сы йылдарҙа эшкә килә. Шунан алып, Савельевка ауылы уның икенсе тыуған яғына әйләнә. Ул бында 60 йыл дауамында йәшәй.  Рәхилә инәй  бөтә ғүмерен совхозда фиҙакәр хеҙмәткә арнай.

Яңы Украинканан Мәрзиә Йәнбулатоваға–95 йәш. Һуғыш башланғанда үҫмер генә  булған ҡыҙыҡай ололар менән бер рәттән эшләй. Һуғыштан һуң һауынсы була, һуңғы 20 йылда һатыусы эшен башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ҡул ҡаушырып ултармай: умартасылыҡ менән шөғөлләнә,  бейә һауып, ҡымыҙ эшләй.  Биш бала тәрбиәләп үҫтерә.

Хәйбулла районы ағинәйҙәре һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә кисергән. Арыу-талыу белмәй намыҫлы хеҙмәт итәләр.  Юбилярҙарға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ,  яҡындарының хәстәрлегендә  йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

Администрация Хайбуллинского района

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: