Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
17 Октябрь 2023, 15:54

Меценат үҙенең тыуған яғында мәсет төҙөй

   

Меценат үҙенең тыуған яғында мәсет төҙөй
Меценат үҙенең тыуған яғында мәсет төҙөй

Илеш районының Дөмәй ауылы уртаһында яңы «Әл-Малик» мәсете һалына башлаған. Сауаплы эшкә «Атайсал» проекты сиктәрендә ошо ауылда тыуып үҫкән Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Рабис Сәлихов тотонған.

Проект буйынса, төҙөлөп ятҡан мәсеттең формаһы мосолман донъяһының төп ғибәҙәтханаһы Ҡәғбә мәсетен хәтерләтә. Майҙаны – 225 квадрат метр. Бейек манара башында ярымай урынлашҡан. Иман йорто мосолман традициялары буйынса аҡ, йәшел, алтын төҫтәр менән биҙәлгән. Сәскәле һәм геометрик келәмдәр йәм өҫтәй. Мәсет бер юлы 15 ҡунаҡты ҡабул итә ала. 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» проекты Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2021 йылдың февралендә эшләй башланы. Республикабыҙ ауыл-ҡалаларында тыуып үҫкән күренекле шәхестәрҙең тыуған төйәген төҙөкләндереүе төп маҡсат итеп ҡуйыла.

Фото:«Атайсал» проектының телеграм-каналы.

Автор:Ләйсән Закирова

Меценат үҙенең тыуған яғында мәсет төҙөй
Меценат үҙенең тыуған яғында мәсет төҙөй
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас: