

Өфө ауылының "Зәйнулла" мәсетендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙҙең иҫән-һау йөрөп ҡайтыуҙарына бағышлап аяттар уҡытылды. Имамыбыҙ Мирғәле Аллабирҙин доғалар ҡылды. Шулай уҡ яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу акцияһы уҙғарылды.
Ауылдаштарыбыҙ акцияға әүҙем ҡушылды, һәр береһе тос өлөш индерҙе. Изге йортта изге теләктәр әйтеп, ярҙамдан алып килгән кәрәк-яраҡтарҙы тапшырҙы. Ошондай ауыр ваҡытта иңгә-иң терәшеп йәшәү, ауылды берләштерә лә инде. Илебеҙҙе һаҡлаған егеттәребеҙ өсөн, тип ярҙамға ҡушылыу халҡыбыҙҙың күңелендә йылы хистәр уятты. Ошондай изге теләктәребеҙ, тойғоларыбыҙ менән һуғарылған йыйылған әйберҙәребеҙ тыуған еребеҙҙән сәләмебеҙҙе еткереп, имен һау ҡайтыуҙарын теләүебеҙҙе еткерһен ине. Күгебеҙ тыныс булһын!
Изге теләктәрегеҙ ҡабул булһын!