ИМАН
12 Сентябрь 2023, 16:35

Ауылдарҙа иман йорттары ҡалҡа

Хәйбулланың Хәйриә фондынан Үрнәк, Юлбарыҫ һәм Маҡан ауылдары мәсеттәренә 100 меңешәр һум аҡса бүленгән

Ауылдарҙа иман йорттары ҡалҡаАуылдарҙа иман йорттары ҡалҡа
Ауылдарҙа иман йорттары ҡалҡа

Райондың бер нисә тораҡ пунктында мәсет төҙөлөштәре дауам итә. Объекттар мәхәллә кешеләренең аҡсаһына төҙөлә. Спонсорҙар ҙа үҙ өлөшөн индерә. Хәйбулланың Хәйриә фондынан Үрнәк, Юлбарыҫ һәм Маҡан ауылдары мәсеттәренә 100 меңешәр һум аҡса бүленгән. Юлбарыҫ ауылында мәсет быйыл йәй төҙөлә башланы. Ауыл халҡы көсө менән бина төҙөлгән, ҡыйығы ҡоролған, фондтан бүленгән аҡсаға ауыл халҡы профлист һатып алырға һәм ҡыйыҡты ябырға ниәтләй. Маҡан ауылында бүленгән аҡсаны төҙөлөш материалдарына, эске биҙәүгә, шулай уҡ конструкцияһы металл булған манара өсөн профилле торбалар һатып алыуға йүнәлтәләр. Ә Үрнәк ауылында бүленгән аҡса иҫәбенә тәҙрәләр һәм ишектәр ҡуйырға ниәтләйҙәр. 

Ауылдарҙа иман йорттары ҡалҡа
Ауылдарҙа иман йорттары ҡалҡа
Ауылдарҙа иман йорттары ҡалҡа
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас