

Элекке колхоз бинаһын мәсет итеп төҙөкләндереүсе халыҡ күмәк көс менән байтаҡ эш атҡарған. Быға тиклем эске эштәр башҡарылһа, хәҙер манараға тотонғандар.
Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында ситтә йәшәүсе яҡташтар ҙа иман йорто эшенә битараф ҡарай алмай. Улар йә аҡсалата ярҙам итә, йә өмәгә килә.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе якташтары, скульптор Илбәков Ғәҙел Ислам улы Аҡъюл мәсете манараһы көмбәҙе өсөн тимерлектә яһалған ай алып ҡайтып, ауыл имамы Ильяс Ишемғоловҡа тапшырған.
Аллаһ Тәғәләнең ризалығына һәм сауаптарына ирешергә ашығығыҙ. Изге эш ерҙә ятып ҡалмаҫ!