

Ошо көндәрҙә беҙҙең һалдаттарҙың ғәскәри имам-ахуны Хәмзә хәҙрәт Хафизов социаль селтәрҙәр аша Башҡортостан халҡына мөрәжәғәт итте. Ул түбәндәгеләрҙе яҙҙы:
Хөрмәтле ватандаштар!
Минең Башҡортостандарым! 12 июлдә шайтан армияһы үҙенең сираттағы НАТО блогы форумын үткәрә. Был Зеленскийҙың башҡарған этлектәре тураһында отчет тыңлау һәм ВСУ армияһына артабан да ҡорал, аҡса һәм наемниктар ебәреү мәсьәләһен хәл итеү өсөн эшләнә. Һәм әлбиттә, быларҙың барыһын да алыр өсөн улар үҙҙәренең эшен күрһәтегә теләй. Шуға күрә бөгөн ВСУ һалдаттары оборонала беҙҙең легендар Шайморатовсылар торған урында бәреп инергә тырыша. Дошмандың һөжүмен тотор өсөн беҙҙең егеттәр окоптарҙа ята һәм бер аҙымға ла артҡа сигенмәй көнө-төнө утлы сиктә тора. Эйе, уларға еңел түгел. Хатта “Айыу” ҡушаматлы комбат та, контузия алһа ла, госпиталгә китмәне, үҙенең батальоны менән команда итеүен дауам итә. Беҙ командование һәм хәрбиҙәр менән даими бәйләнештә, шуға күрә был һүҙҙәр ысынбарлыҡ.
Ҡәҙерле яҡташтар. Хөрмәтле ағайҙар һәм апайҙар!
Беҙҙең яугирҙәр өсөн доға ҡылығыҙ!
Ураҙа тотоғоҙ, хәйер бирегеҙ, ҡорбан салығыҙ һәм был барлыҡ изге эштәрегеҙҙе беҙҙең хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлауға арнағыҙ. Аллаһы Тәғәлә һеҙҙең доғаларҙы ҡабул итһен, һәм беҙҙең яугирҙәр иҫән-һау килеш өйҙәренә ҡайтһын. Амин!
Фото: "Бәйләнештә".