ИМАН
26 Июнь 2023, 16:33

Ҡорбан байрамы ойошҡанлы үтергә тейеш

Башҡортостан Башлығы муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, ул властарҙың дини ғәмәлдәрҙе башҡарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырырға тейешлеген билдәләне.

Ҡорбан байрамы ойошҡанлы үтергә тейешҠорбан байрамы ойошҡанлы үтергә тейеш
Ҡорбан байрамы ойошҡанлы үтергә тейеш

Башҡортостан Башлығы Ҡорбан байрамында дини йолаларҙы үтәүгә яуаплы ҡарарға ҡушты. Муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, ул властарҙың дини ғәмәлдәрҙе башҡарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырырға тейешлеген билдәләне.

«Беҙҙә 28 июндә изге байрам — Ҡорбан ғәйете. Белеүемсә, ветеринария идаралығы ҡорбанлыҡ малды салыу өсөн махсус урындар әҙерләгән. Яуаплыларҙы ошо яҡты байрамды ойоштороуға етди ҡарауығыҙҙы һорайым», — тип билдәләне республика Башлығы.

Радий Хәбиров, был көндө эше тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, байрам намаҙында ҡатнашырға йыйыныуын әйтте.

Сығанаҡ:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас