ИМАН
22 Июнь 2023, 17:20

Ҡорбан байрамына яугирҙарға 15 һарыҡ кәрәк

28 июнь - Ҡорбан байрамы.  Хәмзә хәҙрәт махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға ҡорбанлыҡ менән ярҙам итеүҙе һорай.

Ҡорбан байрамына яугирҙарға 15 һарыҡ кәрәкҠорбан байрамына яугирҙарға 15 һарыҡ кәрәк
Ҡорбан байрамына яугирҙарға 15 һарыҡ кәрәк

Бөгөн төндә ғәскәри имам-ахун Хәмзә хәҙрәт үҙ сәхифәһендә мосолман ҡәрҙәштәргә мөрәжәғәт ҡалдырған: 

"Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ, мосолман ҡәрҙәштәр! Барығыҙға ла мәғлүм булыуынса, 28 июндә, ин шә Аллаһ, бөтә донъя мосолмандары "Ғәид әл әдха" ҡорбан байрамын үткәрәсәк.

Шулай уҡ беҙ ҙә, яугирҙарыбыҙ менән бҽргә, бәләкәй Ватаныбыҙ Башҡортостандан ситтә, махсус хәрби операцияла булһаҡ та, олуғ байрамыбыҙҙы үткәрергә ниәт ҡылдыҡ. Әммә ул яҡта ҡорбанлыҡ һарыҡ малын табыуы ауырыраҡ.

Шуның өсөн дә, хөрмәтле ватандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм. Бөтә ил менән күмәкләшеп ҡорбанлыҡҡа 15 йә 20 баш һарыҡ табып алып килһәгеҙ йә гуманитар ылау менән ебәрһәгеҙ, сауап булыр. Амин.

Әйтҽп китәйем, юлға тәүлек ярым ваҡыт китә, Өфө - Луганск араһы 1800 километр. Башҡортостандан бер нисә доброволецтар батальоны һәм мобилизацияланғандар полктарында ир-егеттәрҽбҽҙ хәҙҽргҽ көндә яу яланында хәрби хеҙмәттә. Шуларҙың яртыһы мосолман булғанда ла, 15 һарыҡ күп тә түгҽл һымаҡ.

Яуҙар туҡталып, йорт-ил тынысланып, һалдаттарыбыҙ имҽн-һау өйҙәрҽнә әйләнеп ҡайтһын. Амин. Изге доғалар үә теләктәр мҽнән ғәскәри имам-ахун Хәмзә хәҙрәт".

Фото: Хәмзә Хафизов.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас