ИМАН
22 Июнь 2023, 10:04

28 июнь - Ҡорбан байрамы

Мосолмандарҙың иң ҙур байрамдарының береһе яҡынлаша:  28 июндә Ҡорбан байрамын билдәләйәсәкбеҙ.

28 июнь - Ҡорбан байрамы28 июнь - Ҡорбан байрамы
28 июнь - Ҡорбан байрамы

Ҡорбан байрамы — иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Хаж тамамланыуын белдерә, зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс, байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла.

Тарихы

Ҡөрьән буйынса, Ибраһимдың төшөнә Аллаһ беренсе улы Исмәғилде ҡорбан итеп килтерергә ҡушҡан икән, тип керә. Ибраһим Аллаһ бойороғон башҡарыу өсөн хәҙерге Мәккә ҡалаһы урынлашҡан үҙәнгә килә. Әммә Ибраһим өсөн был һынау ғына була. Аллаһ ҡорбанға килтереләсәк улын һарыҡ бәрәсенә алыштырырға бойора.

Ҡорбан салыу  шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора. Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла.

 

Ҡорбан малы[

Һыйыр, буйвол, дөйә, һарыҡ, кәзә, ҡуй кеүек айыра тояҡлы хайуандар ҡорбан малы була ала. Ғәҙәттә, һарыҡ-кәзәнең тәкәһе, инә дөйә, тыу һыйыр ҡорбанға килтерелә. Һарыҡ-кәзә кәмендә бер йәшлек булырға тейеш, 6-7 айлыҡ бәрәстәрҙе лә ҡорбан итергә мөмкин. Һыйыр малына ике йәш тулып үткән булырға тейеш.

Ҡырағай хайуандар ҡорбан була алмай. Салына торған малдың күҙе һуҡыр булмауы, ағзаларының теүәл булыуы шарт. Ҡолағы йәки ҡойроғоноң өстән бер өлөшөнән артыҡ киҫелгән булһа, уны ҡорбанға салырға ярамай. Әтәс, тауыҡ, ҡаҙ һәм башҡа ҡыр ҡоштары, шулай уҡ ите ашарға яраҡлы ҡыр боланы, ҡыр һыйыры, илек (ҡыр кәзәһе), ҡуян кеүек хайуандар ҙа был маҡсатта тотонола алмай. Бер баш һарыҡ йәки кәзә фәҡәт бер кеше, ә дөйә йәки һыйыр ете кеше исеменән салына ала. Был осраҡта һәр ҡайһыһының мосолман булыуы һәм Аллаһ ризалығы өсөн салырға ниәт итеүе кәрәк. Ҡорбанлыҡ итенең өстән бер өлөшөн салыусы үҙе файҙалана, ҡәрҙәш-ырыуына, фәҡир-етемдәргә өләшә. Уның итен һатыу харам. Тиреһен дә фәҡирерәк кешегә бирергә фарыз. Йә булмаһа, Ҡөрьән кеүек изге китапҡа ла алмаштырыу мәғҡүл.

ba.wikipedia буйынса.

Фото: yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Автор:
Читайте нас