

Мосолмандарҙың Мәккәгә хаж ҡылырға юлланыуына бәйле Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы идаралығы Рәсәй сиген үтеү тәртибе тураһында иҫкә төшөрә. Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенә инеү өсөн Рәсәй гражданы паспорты, шулай уҡ күрһәтелгән дәүләттең визаһы кәрәк.
Өлкәндәрһеҙ йөрөгән бәлиғ булмағандарҙың үрҙә һанап үтелгән документтарынан тыш, законлы вәкилдәрҙән нотариаль ризалығы булырға тейеш.
«Башинформ» агентлығына сик буйы идаралығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, суд һалған йөкләмәләрҙе үтәүҙән баш тартҡан хажға юлланыусыларға илдән сығырға рөхсәт итмәүҙәре ихтимал.