ИМАН
9 Май 2023, 14:32

Ил һағында тороу хаҡында

Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Көнө-төнө ил һағында тороу – ай буйы ураҙа тотоуҙан һәм төндә тороп йыл буйы намаҙ уҡыуҙан яҡшыраҡ. Әгәр һаҡта  торған саҡта берәү үлеп ҡалһа, әжер-сауаптары дауам итеп торор, үҙенә вәғәҙә ителгән йәннәттәрҙә урын алыр, ҡәбер ғазаптарынан ҡотолор», – тигән.

Ил һағында тороу хаҡындаИл һағында тороу хаҡында
Ил һағында тороу хаҡында

«Аллаһ юлында аяҡтары саңға батып йөрөгән кешегә тамуҡ уты ҡағылмаҫ», «Яуҙа һәләк булғандың түләп өлгөрмәгән бурысына тейешле булған гонаһтан  башҡа бөтә гонаһтары ярлыҡаныр», – тигән ул.

Икенсе берәү уның: «Берәүҙең ил һағында бер көн тороуы башҡа бер урында мең көн буйы ғүмер уҙҙырыуҙан яҡшыраҡ», – тигән һүҙҙәрен әйтеп ҡалдырған.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова.

ye102.ru

Автор:
Читайте нас