

*Фәҡир һәм ауырыу кешеләргә мәсхәрә күҙе менән ҡарамағыҙ, гонаһлы һәм ғәйепле эштәргә тамаша итеп тормағыҙ.
* Ҡойма ярыҡтарынан, пәҙрә араларынан, тәҙрә һәм башҡа урындарҙан сит кешеләрҙең өйҙәренә, ярамаған нәмәләргә, кешеләрҙең яҙыуҙарына, хаттарына рөхсәтһеҙ ҡарамағыҙ.
* Китап яҙған һәм уҡығанда күҙегеҙҙе бер ҡарыштан кәм тотмағыҙ, насар яҡтыла, икенде һәм ахшам араһында уҡымағыҙ.
* Күҙҙәрегеҙҙе мөмкин булғанда һәр көн иртән һабын менән йыуығыҙ, һәр ваҡыт саф тотоғоҙ, йыраҡ йәки бик нескә, ҡояш йәки ай, лампа кеүек артыҡ нурлы нәмәләргә ҡарап тормағыҙ, аҡ, ҡыҙыл төҫтәргә оҙаҡ ҡарамағыҙ, йәшел һәм күк төҫтәр күҙ өсөн зарарһыҙ.
«Күҙ өсөн ҡағиҙәләр» Ризаитдин Фәхретдинов нәсихәттәренән.