

Өфө ауылының «Зәйнулла» мәсетендә мосолман ҡәрҙәштәрҙе һәм хаҡлы ялдағы ветерандарҙы йыйып, Өфө ауылы биләмәһенән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең һаулығы һәм уларҙың ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙары өсөн ҡорбан салып, Ҡөрьән ашы үткәрәйек тигән башланғыс менән сығыш яһаған Зөлфиә Юлдашева менән Рәжәп Хәсәновтың тәҡдимен бөтәбеҙ ҙә ихлас күңелдән ҡабул иттек.
Ҡөрьән аятына махсус хәрби операция зонаһында булған һәм ялға ҡайтҡан яугирҙар, уларҙың ата-әсәләре саҡырылды. Яугир ир-егеттәребеҙ Ватаныбыҙға хеҙмәт итеп, иҫән-һау йөрөп, тыуған ауылдарына, ғаиләләренә имен-һау әйләнеп ҡайтһындар.