

Республикала ла, беҙҙең районда ла Гөлфиә Мөхәмәтдинованы күптәр белә. Ул “Мин бәхетле” онлайн клубын ойоштороусы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һаулыҡ, таҙарыныу марафондары, онлайн гимнастикалар үткәрә. Уның подписчиктары араһында хәйбуллалар ҙа бихисап.
Изге ниәттәр менән Хәйбулла еренә килгән Гөлфиә һылыуҙы Быҙаулыҡ ағинәйҙәре ихлас көтөп, ҡыуанып ҡаршы алды. Улар бергәләп аралашҡандан һуң, төҙөлөп ятҡан мәсет янында аҡсалар ауыл имамы Шамил Томаншинға тапшырылды.
Был ҡыуаныстың башында Сиҙәм ауылында йәшәгән Мурзиә Ҡунафина тора. Барыһы ла уның әүҙемлегенән башлана “Быҙаулыҡ һәм Хворостянка ауылдары халҡы мәсет төҙөлөүенә бик ҡыуана. Ике ауылға бер иман йорто була инде. Ошоно уйлап, Гөлфиә чатта ҡыҙҙар араһында аҡса йыйып, берәй мәсеткә ярҙам итеү тураһында оран ташлағас, шунда уҡ Быҙаулыҡ мәсетен тәҡдим иттем. Ҡыуанысыбыҙға күрә, был тәҡдим бер тауыштан хупланды”,--тине Мурзиә Ҡунафина.
Былтыр ауыл халҡы дөйөм сходта Быҙаулыҡ ауылында мәсет төҙөү тураһында уртаҡ фекергә килгәс, оҙаҡҡа һуҙмай, өмәләр ойоштороп, эште башлайҙар. Изге эшкә бөтә ғәм ҡушылғас, ауылдаштар, уларҙың туғандары, балалары, ситтә йәшәгән яҡташтар әүҙем генә аҡса күсерәләр. Барыһы ла ыңғай ғына барып, дөйөм көс менән нигеҙен һалып, бураһын күтәреп, башын ябып, манараһын күтәреп ҡуялар. Өмәләр бөгөн дә әүҙем генә бара. Быйыл эште тамамларға ла ниәтләйҙәр.
--Был аҡса “Уйылдан” мәсете өсөн ҙур файҙа. Әле Аллаһ йортоноң эс яҡтан эштәре күп әле. Тәҙрәһе, иҙәндәре, түбәһе юҡ, канализация ла эшләргә кәрәк. Аҡса йыйырға иҫәп асылған, теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа халыҡ әүҙем, һәр өмәгә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә әүҙем сыға, --тине Быҙаулыҡ ауылы имамы Шамил Томаншин.
-- Өлгөрҙөм! Рамаҙан айында мәсеткә тип йыйған аҡсаны тапшырҙым! Әлхәмдуллашөкөр! Елкәнән ҙур бер йөк төштө!
170 МЕҢде Хәйбулла районы Быҙаулыҡ ауылы мәсете муллаһы ҡулына тапшырҙыҡ! Мәсеттәре төҙөлөп бөтөп, ишектәрен асып, намаҙ, аяттар уҡырға насип итһен! Ауылдарына йәм биреп, ҡыуандырып ултырһын!
Ул хәтлем аҡсаны нисек йыйҙым?
Онлайн рәүештә телеграмда ураҙа тоттоҡ. Шул ураҙа чатына керер өсөн, мәсеткә тип 400 һум ҡушырға тигән шарты ла бар ине. Ҡыҙҙар ҡуш ҡуллап риза булдылар. 389 ҡатын-ҡыҙ йыйған аҡса ул. Тағы ла 7100 һумды инстаграмм дуҫтарым күсерҙе, үҙемдән 4 мең тирәһе ҡушып, шундай ҙур сумма йыйылды!
Миңә ышанып килгән, мәсеткә ярҙам ҡулы һуҙған, минең менән ураҙа тотҡан барлыҡ ҡатындарға оло рәхмәтемде еткерәм! Ураҙа тотоусылар араһында сит өлкәләрҙән дә милләттәштәребеҙ бар. Себер тарафтарынан, Грозный, Магнитогорск, Орск, Сатка һ б ҡалаларҙан. Ил төкөрһә- күл була тигәндәре шул!
Барығыҙҙы ла бөгөнгө күркәм, матур байрам Ураҙа һәм ғәйет байрамы менән!!! Донъяларабыҙ тыныс, табындарыбыҙ мул, яҡындарыбыҙ сәләмәт булһын! Һәр кемегеҙгә бәрәкәтле тормош теләйем!,--тине Гөлфиә Минғәле ҡыҙы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ул былтыр ҙа ошондай изге эште ойоштороп, Бөрйән районының Мораҙым ауылы мәсетенә лә ярҙам иткәндәр.
Быҙаулыҡ ағинәйҙәре Рамаҙан айында ошо изге эште ойоштороусы Гөлфиә Мөхәмәтдиноваға ла, аҡса йыйған барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға ла оло рәхмәтен еткерҙе һәм изгелектәре үҙҙәренә меңдәрсә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Тулыраҡ мәҡәләне “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзитендә уҡығыҙ.