ИМАН
21 Апрель 2023, 08:23

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы менән ҡотланы

Башлыҡтың билдәләүенсә, бөгөн бөтә доғалар СВО-ла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә йүнәлтелгән.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы менән ҡотланыРадий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы менән ҡотланы

«Беҙҙең күп милләтле, күп динле, татыу республика халҡы өсөн был төп байрамдарҙың береһе. Күңел йылыһын бер-беребеҙ менән уртаҡлашҡан көн. Аллаһы Тәғәләгә яҡындарыбыҙҙың именлеге һәм һаулығы өсөн доға ҡылабыҙ. Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙабыҙ. Башҡортостанда йәшәүселәрҙең барыһына ла именлек һәм тыныслыҡ теләйем. Күңелегеҙ яҡтылыҡ, шатлыҡ менән тулһын. Ураҙа байрамы менән! Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!», - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

Башлыҡтың билдәләүенсә, бөгөн бөтә доғалар СВО-ла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә йүнәлтелгән.
«Бөгөн беҙ махсус хәрби операцияның заданиеларын үтәүсе егеттәребеҙ һәм уларҙың яҡындары өсөн доға ҡылабыҙ. Азат ителгән территорияларҙа тыныслыҡты тергеҙергә ярҙам итеүселәр өсөн. Әле фронт һыҙығында торған табиптарыбыҙ һәм дин әһелдәре өсөн», — тип белдерҙе ул.

 

Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас