ИМАН
17 Апрель 2023, 11:56

РАМАҘАН АЙЫ - ИЗГЕЛЕК АЙЫ

 -

РАМАҘАН АЙЫ - ИЗГЕЛЕК АЙЫРАМАҘАН АЙЫ - ИЗГЕЛЕК АЙЫ
РАМАҘАН АЙЫ - ИЗГЕЛЕК АЙЫ

Мосолмандарҙың изге айы – Рамаҙан айы бара. Беҙҙең ғаиләлә дингә хөрмәт менән ҡарайҙар. Атай-әсәйем йәш булһалар ҙа ураҙаны йыл да тоталар. Әсәйем был ай ашауҙан ғына тыйылырға түгел, ә насар уйҙарҙан, яман эштәрҙән арыныу мөһим, ти.
Кискеһен ауыҙ асыу табынында һеңлем Зөлфиә, ҡустым Илдийәр менән беҙ ҙә ҡатнашабыҙ. Айырыуса беҙ Ураҙа ғәйетен көтөп алабыҙ. Ул көндә ысын байрам була. Әйсенләп йөрөүсе ҡыҙҙар-малайҙар менән ауылдар гөрләп тора.
Ошо изге айҙа беҙ, балалар, изгелектәр эшләргә тейешбеҙ, тип уйлайым. Өлкәндәргә ярҙам итеү, бер-береңә яҡшы мөнәсәбәттә булыу – шундай матур эштәргә инә. Изге эштәр эшләйек!

 

Зөлхизә Исҡужина,  1-се Аҡъяр мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.

 

ҮҘебеҙҙең ХӘБӘРСЕ

Автор:
Читайте нас