ИМАН
13 Апрель 2023, 11:47

Рамаҙан айында даими уҡылырға тейешле дүрт зекер һәм доға

Ләәәә иләәһә илләллааһ.(Ләәә - юҡ; иләәһәә - иләһ, табына торған зат; илләллааһ – Аллаһтан башҡа).

Рамаҙан айында даими уҡылырға тейешле дүрт зекер һәм доғаРамаҙан айында даими уҡылырға тейешле дүрт зекер һәм доға
Рамаҙан айында даими уҡылырға тейешле дүрт зекер һәм доға

Аллаһтан башҡа ғибәҙәт ҡылырға тейешле, ярҙам һорай, доға ҡылып йүнәлә торған бер зат та юҡ.
Был – иң бөйөк зекер, иманды яңыртыу һүҙе, йәннәт асҡысы. Был һүҙҙәрҙе даими ҡабатлап йөрөргә кәрәк.

 

 Әстәғфируллааһ үә әтүбү иләйһи.
(Әстағфируллааһ - Аллаһтың ғәфү итеүен һорайым; үә – һәм; әтүбү – тәүбә ҡылам; иләйһи – Уның алдында). Был тәүбә ҡылыуҙың иң ҡысҡаһы. Рамаҙанда көн һайын йөҙәр йә меңәр ҡат ҡабатлау кәрәк).

Аллааһүммә инни әс-әлүкәл-жәннәт.
(Аллааһүммә - әй Аллаһым; инни – ысынлыҡта мин; әс-әлүкә- һорайым Һинән; әль - жәннәт - йәннәтеңде). Әй Аллаһым, Һинән һорайым йәннәтеңде.

Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә минәннәәр.
(Аллааһүммә - әй Аллаһым; иннии – ысынлыҡта мин; әғүүҙү – һыйынамын; Бикә - Һиңә; минәннәәр – ут ғазабынан).
Әй Аллаһым! Һыйынамын Һиңә ут ғазабынан.

Һуңғы икәүһен бергә ҡушып әйтергә мөмкин: Аллааһүммә инни әс-әлүкәл-жәннәт. Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә минәннәәр.

Сығанаҡ: https://vk.com/feed?w=wall-108520876_206359

Фото: https://samolet.ru/project/alhimovo/?yclid=1885681363207914059&utm_source=yandex_search&utm_medium=cpc&utm_campaign=alhimovo_live_yd_mk_nobrand_alhimovo_search_competitors-zk_tgb_rf_33~mgrly2mz%7C83377008&utm_term=&utm_content=43368497262_43368497262%7Ccid%7C83377008%7Cgid%7C5133910666%7Caid%7C13865967721%7Cadp%7Cno%7Cpos%7Cnone1%7Csrc%7Ccontext_images.yandex.ru%7Cdvc%7Cdesktop%7Creg%7C11111%7Ctext_mk&calltouch_tm=yd_c:83377008_gb:5133910666_ad:13865967721_ph:43368497262_st:context_pt:none_p:1_s:images.yandex.ru_dt:desktop_reg:11111_ret:43368497262_apt:none

Автор:Гульгина Тагирова
Автор:
Читайте нас