

Атингәндә ауылдың ир- уҙамандары изге Рамаҙан айында Ифтар ашына йыйылған. Әрүахтарҙың рухтарына аят бағышлап, Әбдулвәхит Игебаев шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтҡан егеттәргә именлек теләп фатихалар биргән.
Мөбәрәк Рамаҙан айында ураҙала булып йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәр ҡабул ителмәй ҡалмаҫ, аҫыл ир уҙамандарыбыҙ тыуған ерҙәренә, ғаиләләренә тиҙ арала әйләнеп ҡайтһындар, илебеҙ тыныс, аяҙ күгебеҙ яҡты, нурлы булһын!
Сығанаҡ: район хакимиәте.