Популяр сайтта Өфөнөң Орджоникидзе районында йәшәүсе иҫке Ҡөрьән һатыуға тәҡдим итә. Китап уға мираҫ буйынса тапшырылған.
Китап яҡшы торошта. Баҫма хужаһы уны XVIII быуатта сығарғандар тип ышандыра. Ҡөрьән өсөн хужаһы 5 миллион һум аҡса алырға ниәтләй. Иғланға баҫманың бер нисә фотоһүрәте беркетелгән. Китаптың тышлығы бик шаҡ ҡатырғыс, әммә баҫма эсендәге текст ярайһы уҡ аңлайышлы һәм биттәр яҡшы торошта һаҡланған.
+23 °С
Болотло



