

Берҙәмлектә – көс, тигәндәй, илебеҙ тыныслығы һағында тороусыларға ярҙам ҡулы һуҙыусыларҙың күп булыуы ҡыуаныслы. Бөгөнгө көндә районыбыҙҙың һәр ауылда ла халҡын тыныс илдә йәшәтер өсөн көсөн йәлләмәгән, йәнен аямаған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы илһөйәр рухлы егеттәребеҙ өсөн маскировкалау сеткаһын эшләү бик әүҙем бара.
Был изге эшкә үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге янында ойошторолған «Ағинәйҙәр», «Юшан» халыҡ инструменталь ансамбле һәм район мәҙәниәт йортоноң «Балҡыш» коллективы ла ситтә ҡалманылар, көн дә килеп изге эште ихлас башҡаралар.
Мөбәрәк Рамазан айында ураҙала булып йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәр ҡабул ителмәй ҡалмаҫ, аҫыл ир уҙамандарыбыҙ тыуған ерҙәренә, ғаиләләренә тиҙ арала әйләнеп ҡайтһындар, илебеҙ тыныс, аяҙ күгебеҙ яҡты, нурлы булһын!