

Йәнтҽш ауылы халҡы Изгҽ Рамаҙан айында "Иҙрис" мәсҽтҽндә йыйылып, аят аят-сүрәләр уҡып, ауыҙ асты.
Халҡыбыҙ элек-электән иманлы, әҙәпле, инсафлы, киң күңелле
булыуы менән дан алған. Пәйғәмбәребеҙ ҙә мөьмин-мосолманды әҙәпкә саҡырып торған, дин юлына баҫҡандарҙы хуплаған. Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн күп ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә, халыҡ иман юлына баҫа.
Күңеле менән изгелек таратҡан, ауылдаштарын иманға саҡырған "Иҙрис" мәсҽтҽ- һәр кҽм өсөн асыҡ.
Иман барҙа – әҙәп бар, ти халыҡ әйтеме. иманлы, әҙәпле булыуыбыҙ, фәҡәт телебеҙҙә дин һабаҡтарын өйрәнеүҙе маҡсат итеп алыуыбыҙға тулыһынса инанғас, халыҡ күпләп йөрөй. Динле булыу балаларыбыҙ, уларҙың киләсәге өсөн бик кәрәкле. Иманлы, тәүфиҡлы, тәрбиәле, ата-әсәһен ихтирам иткән балалар үҫтерергә теләһәк, иң элек үҙебеҙгә дин юлына баҫырға кәрәк.
Ауыл халҡы бергәләп Ҡорбан ғәйетен, Ураҙа байрамдарын үткәрә, йома намаҙына йыйыла
“Яҡшы ололар булмаған ерҙә яҡшы йәштәр ҙә булмай”, – тип өйрәтә беҙҙе дин. Ошо хәҡиҡәтте тотоп, ауылдың хөрмәтле иманлы халҡы,балаларҙың иманға яҡынайыуын хуплай, уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша, төрлө аят-сүрәләр өйрәтә.
Йәнтҽш ауылында элек-электән иманлы, ғилемгә ынтылған халыҡ йәшәй, шунлыҡтан ауыл халҡы мәсеткә ихлас йөрөй.
Доғаң менән көслө, һөйкөмлө һин,
Уйың тулы изе теләктәр.
Кәңәш һорап һиңә киләбеҙ беҙ,
Тынғы тапмай китһә йөрәктәр.
Тыныс ҡына һөйөп йыуатаһың,
Тәсбих әйтеп тәүҙә Аллаға.
Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа юрап,
Көйләйһең һин бары ыңғайға.
Иман нуры балҡый күҙҙәреңдә,
Китап һүҙе - зирәк телеңдә.
Тәүфиҡ менән үҫә балаларың,
Ныҡлы терәк хәләл йәрең дә.
Бар яҡтан да матур, өлгөлө һин,
Тәбиғәттең гүзәл балаһы!
Матур йәшкә еттең, собханаллаһ
Яҙһын тағы шунса бараһы!
Гелән шулай балҡып йәшә ерҙә,
Гөлдәр үреп фани донъяға.
Беҙҙең әйткән ошо теләктәр ҙә
Ҡушылһындар изге доғаңа!
Светлана Насырова