ИМАН
26 Март 2023, 06:50

Иҫәнгилделәр ҡорға йыйылды

Иҫәнгилде ауыл клубындағы йыйылышта Хәйбулла районы имам-мөхтәсибенең урынбаҫары Муса хәҙрәт Мәхмүтов, Бүребай һәм Әбделнасир ауылы имамдары, ауылыбыҙ хәҙрәттәре, Сиҙәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мөнир  Иҫәнгилдин, Иҫәнгилде ауылы старостаһы Иршат Айытбаев, ветерандар советы рәйесе Ғәлиә Бәширова, депутаттар Морат Иҫәнгилдин менән Шәһит Йыһаншин ҡатнашты. Йыйылышты ойошманың рәйесе Хәлил Аслаев алып барҙы.

Иҫәнгилделәр ҡорға йыйылдыИҫәнгилделәр ҡорға йыйылды
Иҫәнгилделәр ҡорға йыйылды

Иҫәнгилде ауыл клубындағы йыйылышта Хәйбулла районы имам-мөхтәсибенең урынбаҫары Муса хәҙрәт Мәхмүтов, Бүребай һәм Әбделнасир ауылы имамдары, ауылыбыҙ хәҙрәттәре, Сиҙәм ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Мөнир  Иҫәнгилдин, Иҫәнгилде ауылы старостаһы Иршат Айытбаев, ветерандар советы рәйесе Ғәлиә Бәширова, депутаттар Морат Иҫәнгилдин менән Шәһит Йыһаншин ҡатнашты. Йыйылышты ойошманың рәйесе Хәлил Аслаев алып барҙы.

Йыйылышта ауыл мәсетенең имам-хатибы Ринат хәҙрәттең ғаризаһы ҡаралды. Ул һаулығының торошона бәйле имам-хатип вазифаһынан бушатыуҙы һораны. Халыҡ Ринат хәҙрәттең эшенә юғары баһа бирҙе һәм рәхмәт белдерҙе.Ринат хәҙрәт эшенә һәр саҡ намыҫ менән яуаплы ҡараны. Уның тырышлығы менән мәсете эшләй, унда ремонт үткәрелә, тирә-яғы кәртәләнә.  Район мөхтәсибәте исеменән Муса хәҙрәт тә Ринат Тимерғәле улының эшмәкәрлегенә яҡшы баһа бирҙе һәм ысын күңелдән рәхмәт белдереп, иҫәнлек-һаулыҡ теләне һәм үҙенең изге теләктәрен еткерҙе.

—Халҡыбыҙ элек-электән иманлы булған, дин тотҡан, намаҙ уҡыған. Бөгөн беҙ ҙә иманда булып, үрнәкле булырға тейешбеҙ. Динебеҙҙе ихтирам итәйек, мосолман булып ҡалайыҡ.Имам-хатип һайлау буйынса уның бурыстарын билдәләп үтте. “Имам-хатип – ул “алда тороусы”, ауылда динде алып барыусы, халыҡты ойоштороу-сы. Мәсеттә намаҙ уҡыу, йыназа, никах уҡыу, балаға исем ҡушыу кеүек эштәрҙе үтәүсе булырға тейеш. Имамды һәр кем ихтирам итергә бурыслы, — тине Муса хәҙрәт һәм яңы имам-хатип вазифаһына тәҡдим ителгән, оҙаҡ йылдар ошо уҡ мәсеттә хеҙмәт итеүсе Наил Зәкәриә улы Итбаевты ҡотлап, уңыштар теләне. – Мәсеттә оҙағыраҡ эшләгән һәм кешеләр менән күберәк аралашҡан һайын тәжрибә тупларһығыҙ, үҙегеҙгә ҡарата ышаныс та артыр.

Муса Хәҙрәт халыҡты йома намаҙҙарына йыйып, халыҡтың дин тотоуына яуаплылыҡ тойоп эшләргә саҡырҙы. Был тәҡдимде барыһы ла хупланы, ихлас ҡабул итте һәм изге теләктәр еткереп, эште яҡшы башҡарыуына ышаныс белдерҙеләр. Йыйылыштың икенсе өлөшө Ир-егеттәр ҡоро тураһында әңгәмә менән дауам итте.

Иҫәнгилделәр ҡорға йыйылды
Иҫәнгилделәр ҡорға йыйылды
Иҫәнгилделәр ҡорға йыйылды
Иҫәнгилделәр ҡорға йыйылды
Иҫәнгилделәр ҡорға йыйылды
Автор:Иҫәнгилде ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас