Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
24 Март 2023, 12:08

Аҡъярҙың “Жәмиғ” мәсетендә ифтарҙар үткәрелә

Оло сауапҡа ирешергә теләгәндәр иман йортонда бергәләшеп үткәрә ала

Аҡъярҙың “Жәмиғ” мәсетендә ифтарҙар үткәрелә
Аҡъярҙың “Жәмиғ” мәсетендә ифтарҙар үткәрелә

Хәйбулла районы имам-мөхтәсибе Үмәр хәҙрәт:

--Рамаҙан айы йылына бер генә була, һәм беҙ шул айҙа бөтә сауаптарына ирешергә тырышырға тейешбеҙ: тәрәүих намаҙҙарын уҡып, Ҡөрьән уҡып, саҙаҡа биреп, ифтарҙарҙы (ауыҙ астырыу) ураҙа тотҡан кешеләргә ойоштороп. Сөңки пәйғәмбәребеҙҙең, Аллаһтың салауаттары һәм сәләме уға булһа ине, һүҙе бар: "Иң хәйерле ғәмәл - ас кешене ашатыу".

Беҙ ҙә  Аҡъярҙағы Жәмиғ мәсетебеҙҙә ифтарҙар үткәрәбеҙ, иншәАллаһ. Кем теләй ифтар кешеләргә үткәрергә һәм оло сауапҡа ирешергә, рәхим итегеҙ, яҙылығыҙ. Мәсеттә ифтар үткәреү өсөн 15 мең тирәһе аҡса китә. Бер нисә кеше менән йыйылышып үткәрергә була.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: