Бөтә яңылыҡтар
ИМАН
20 Март 2023, 15:14

ҺӘР КӨНӨБӨҘ ҠӘҘЕРЛЕ!

Хәсән әл-Басриҙың: “Эй Әҙәм балаһы! Һин көндәрҙән ғибәрәтһең. Һәр үткән көн менән бергә һин үҙең дә кәмей бараһың”, – тип әйткәне риүәйәт ителә.

ҺӘР КӨНӨБӨҘ ҠӘҘЕРЛЕ!
ҺӘР КӨНӨБӨҘ ҠӘҘЕРЛЕ!

Хәсән әл-Басриҙың: “Эй Әҙәм балаһы! Һин көндәрҙән ғибәрәтһең. Һәр үткән көн менән бергә һин үҙең дә кәмей бараһың”, – тип әйткәне риүәйәт ителә. Ҡайһылай тәрән мәғәнәле һүҙҙәр! Ғүмеребеҙ ысынлап та бик ҡыҫҡа беҙҙең. Ләкин шул ҡыҫҡа ғына ғүмер эсендә лә тура юлға баҫырға, изге эштәр ҡылып ҡалырға мөмкин. “Аҡылға килә алғандар иҫкә килһен өсөн һеҙгә [етерлек оҙайлы] ғүмер бирмәнекме ни?” – ти Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә (“Фатыр” сүрәһе, 37-се аят).

Беҙ Раббыға ғибәҙәт ҡылыу өсөн генә бар ителгәнбеҙ. Ғүмер беҙгә Аллаһтың ризалығын алыу һәм рәхмәтенә ирешеү өсөн бирелгән. Беҙҙең һәр көнөбөҙ – Аллаһ тарафынан бирелгән мөмкинлек. Хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, гонаһтарыбыҙ өсөн тәүбә итеп һәм изгелектәр ҡылып, шул форсатты ҡулдан ысҡындырмау ғына мөһим. Үткән көндө һис ҡасан ҡайтарып булмай. Ә алдағы көнгә килгәндә... Ана шул иртәгәһе көнгә ышанып, күпме кеше үҙ башына етә!

 

Сығанаҡ: "Ваҡыт"

Автор:
Читайте нас: